Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге делегация Тажикстан Республикаһына халыҡ-ара күп тармаҡлы бизнес-миссия менән барҙы.
Делегация составына республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, сәнәғәт, яғыулыҡ һәм инновация министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм газ, аҙыҡ-түлек, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарынан бөтәһе 17 компания вәкиле инә. Түбәндәге компаниялар: “Химреактивснаб” АЙ-е – аналитик ҡорамалдар, химик реактивтар, һауыт-һаба һәм лаборатория өсөн мебель, “Башгрупп” ЯСЙ-е – ҡалай тимерҙән дизайнер әйберҙәр, “Альтернатива Экспресс” ЯСЙ-е – балалар, хайуандар, йорт һәм баҡса өсөн пластмассанан эшләнгән тауарҙар, “ЮУВЗ” ЯСЙ-е – стандарт сәнәғәт үлсәү ҡорамалы, “Абсолют дек” ЯСЙ – терасса таҡталары, диуар панелдәре, монтаж лагтар, “ДЭЛЕКСА” ЯСЙ-е – зарарһыҙландырыу саралары, “Ирида” ЯСЙ-е – элемтә селтәрен проектлау, аҡыллы технологиялар эшләү, элемтә селтәрҙәрен төҙөү өсөн тауарҙар етештереү һәм монтажлау, үҙенсәлекле телеканалдар, “Новые Технологии” ЯСЙ-е – нефть һәм газ ятҡылыҡтары өсөн технологик ҡорамалдар, НПО “Технолог” АЙ-е – химия тауарҙарын һәм башҡаларҙы етештереү.
– Тажикистан Республикаһына эш сәфәрендә үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә һәм аралашыуға әҙер предприятиелар ҡатнаша. Беҙҙең республика яңы проекттар өсөн асыҡ. Ике республика Хөкүмәттәре, шулай уҡ эшлекле йәмәғәтселек кимәлендә әүҙем һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә иҫәп тотабыҙ, – тип билдәләне Лена Изотова.
Эшлекле сәфәрҙә ҡатнашыусыларҙы тармаҡ предприятиелары менән танышыуҙы үҙ эсенә алған өс көнлөк бай программа көтә.
Беренсе көндә, 31 майҙа, делегация Дүшәнбе ҡалаһында Рәсәйҙең Тажикстан Республикаһындағы сауҙа вәкиле Евгений Кореньков менән осраша. Унда Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерелгән шарттарҙа эшлекле бәйләнештәр булдырыу мәсьәләһе һәм Тажикстандың Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре менән ике республика араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡарала.
Эшлекле сәфәрҙең икенсе көнөндә, 1 июндә, Тажикстан Республикаһы Хөкүмәтенең Экспорт буйынса агентлығы һәм Дүшәнбе ҡалаһының “Аҡыллы ҡала (Smart city)” дәүләт унитар предприятиеһы вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлашыу буйынса осрашыу буласаҡ.
Шулай уҡ 31 майҙан 2 июнгә тиклем В2В форматында Башҡортостан һәм Тажикстан компаниялары вәкилдәренең осрашыуҙары уҙасаҡ.
Был эш сәфәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул иткән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: regnum.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан