Әбйәлил районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы тормошҡа ашырылған “Урман ултырт” бөтә Рәсәй экологик акцияһы үткәрелде. Уның барышында район һабантуйы уҙғарылған Айғырбатҡан утарында шыршы һәм ҡарағай ағастары ултыртылды. Һаҡлыҡ банкы клиенттары сараның бағыусыһы булды.
“Урман ултырт” акцияһында 100-ҙән ашыу кеше – Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” төбәк бүлексәһенән ирекмәндәр, урындағы халыҡ ҡатнашты. Ағас ултырта башлар алдынан проекттың тәжрибәле белгестәре инструктаж үткәрҙе. Бер көн эсендә 10 меңдән ашыу шыршы, ҡарағай ултыртылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/265612
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/265612