Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Мошто ауыл китапханаһында “Библиотөн-2022” бөтә Рәсәй акцияһына арналған “Уҡыу традициялары” байрамы уҙғарылды. Сараның беренсе өлөшөндә китаптар һәм компьютер материалдары менән таныштырҙылар. Әйткәндәй, улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Ижад кешеләре” төбәк проектына ярашлы һатып алынған.
Китапханасы Рәйсә Солтанова әйтеүенсә, компьютер һәм китаптар эште уңышлыраҡ башҡарырға ярҙам итәсәк. Өҫтәмә компьютер берәмеге өлкәндәргә компьютерҙы үҙләштереүҙә лә булышлыҡ итер.
Программаның “Өләсәйем һандығының сере – яулыҡтар!” тип аталған икенсе өлөшө Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналды. Яулыҡтар күргәҙмәһендә ебәк, мамыҡ, синтетик, ситса, етен, ҡатнаш туҡымаларҙан яулыҡтар күрһәтелде.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: krasnokama.bashkortostan.ru/presscenter
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/265460