Яңауыл үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы “Маммо-4МТ-Плюс” аппараты алды. Төп үҙенсәлектәре – ҡорамалдың ҡулланыуҙа ябай һәм ышаныслы булыуы, нур тәьҫиренең аҙлығы, маммограммаларҙың юғары сифатлығы. Аппарат һөт биҙендәге яман шеште иртә стадияла асыҡлауҙы, теүәл диагностика ҡуйыуҙы тәьмин итә.
Шулай уҡ дауаханала күптән түгел универсаль рентген системаһы эш башланы. Үҙенсәлекле конструкция пациентты артыҡ күсереп йөрөтмәй генә тикшеренүҙәр үткәрергә ярҙам итә. Яңы ҡорамалдарҙы алыуға бөтәһе 35 миллион һум аҡса тотонолған.
–Тәүге звеноны яңыртыу программаһы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә дауахананың мөмкинлектәрен киңәйтте. Яңы диагностика ҡорамалы фтизиатрия һәм онкология сирҙәрен иртә осорҙа асыҡлаясаҡ. Тимәк, пациенттарҙың ғүмерен һаҡлау ҡалыу мөмкинлеге арта. Белгестәр ҡорамалда эшләү буйынса уҡытылды, күнекмәләр алды, - ти Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадьяров.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.