Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Июнь 2022, 11:15

Беҙҙең заманда экология темаһы – иң мөһимдәрҙең береһе

Ғафури районы балалары “Йәшел планета” конкурсында ҡатнашты.

Беҙҙең заманда экология темаһы – иң мөһимдәрҙең береһе
Беҙҙең заманда экология темаһы – иң мөһимдәрҙең береһе

Ғафури районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына ярашлы, райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары балалары “Йәшел планета” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты.

Бөтә Рәсәй конкурсы экология өлкәһендәге белем кимәлен тикшереү, тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәт, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлеген бирә.

“Беҙҙең заманда экология темаһы иң мөһимдәрҙең береһен тәшкил итә, шуға күрә бала кескәй саҡтан үҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡларға өйрәнергә тейеш”, – ти конкурсты ойоштороусылар.

Балалар, конкурста ҡатнашып, үҙҙәренең интеллектуаль һәм ижади һәләтен күрһәтте, тәбиғи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә ҡарата мөнәсәбәтен белдерҙе.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/267070

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/267070

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: