Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Июнь 2022, 08:30

Белорустар эшләй белә!

 Әле дауаханала яңы ҡорамалды урынлаштырыу өсөн   ремонт эштәре бара.

Белорустар эшләй белә!
Белорустар эшләй белә!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Федоровка үҙәк район дауаханаһына “РЕНЕКС”-Ф5000” флюорография аппараты алынды. Ете миллион һумдан ашыу торған заманса ҡорамалды Белорус республикаһы белгестәре етештергән.

Ҡорамал күкрәк ситлеге ағзаларының  рентген һүрәттәрен алыу өсөн тәғәйенләнгән. Ул пациентта туберкулез, онкология, үпкә сирҙәрен иртә стадияла  асыҡларға ярҙам итә.   Иң ҙур өҫтөнлөгө – тулыһынса автоматлаштырылған булыуында, күп кешеләрҙе ҡабул итә алыуында, һүрәттәренең сифатлы һәм пациентҡа нур тәьҫиренең аҙлығында. Яңы аппарат оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән ҡорамалға алмашҡа килә. Унда эшләү өсөн белгестәр етерлек.

– Һанлы рентген аппараттары һүрәттәренең  сифаты элекке ҡормалдарҙыҡы менән сағыштырғанда күпкә юғары. Өҫтәүенә һүрәтте ҙурайтырға, киҫкенлеген арттырырға мөмкин. Яңы ҡорамалда эшләү  уңайлыраҡ һәм тиҙерәк. Ул диагностик хаталарҙы ебәрмәҫкә, дауалауҙы тиҙерәк башларға ярҙам итә. Беҙ хеҙмәттәштәребеҙ менән яңы ҡорамалдың эшкә ебәрелеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – ти дауахананың табип- ренгенологы Р. Шәкәрова.

 Әле дауаханала яңы ҡорамалды урынлаштырыу өсөн   ремонт эштәре бара.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: