Милли проекттар
1 Июнь 2022, 04:30

Яңы мөмкинлектәр асыла

Үҙәк ярҙамында республиканың 19 компанияһы 8,18 миллион доллар күләмендә 32 экспорт контрактын төҙөгән

Яңы мөмкинлектәр асылаЯңы мөмкинлектәр асыла
Яңы мөмкинлектәр асыла

Рәсәй Экспорт үҙәге ағымдағы йылдың I кварталына төбәктәрҙәге Экспортҡа ярҙам үҙәктәренең эшенә йомғаҡ яһаны.

Сара Силәбелә Экспортты үҫтереү инфраструктураһы бөтә Рәсәй конференцияһы сиктәрендә Рәсәйҙең 72 субъекты ҡатнашлығында үтте.

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов үҙәктең быйылғы беренсе кварталдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

– Үҙәк ярҙамында республиканың 19 компанияһы 8,18 миллион доллар күләмендә 32 экспорт контрактын төҙөнө. Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Ҡушма Америка Штаттарынан, Германиянан, Швейцариянан һәм башҡа илдәрҙән заказсылар республика компанияларының уҙаҡташтарына әйләнде, – тип билдәләне Илдус Хәлитов.

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге өс айҙа 323 республика компанияһына 700-ҙән ашыу төрлө хеҙмәттәр күрһәткән, шул иҫәптән консультация һәм белем биреү хеҙмәттәре, халыҡ-ара сараларға барыу, сит илдәрҙә уҙаҡташтарҙы эҙләү һәм табыу хеҙмәттәре, компаниялар хаҡында мәғлүмәттәрҙе халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа урынлаштырыу һәм таратыу, экспорт контрактын ғәмәлгә ашырған саҡта оҙатып барыу һәм башҡалар.

– Республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге Башҡортостан эшҡыуарҙары менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм уларға халыҡ-ара баҙарға сығырға ярҙам итә. Нәтижәле хеҙмәт һөҙөмтәһе – Рәсәй Экспорт үҙәгенең рейтингында төбәктең Экспортҡа ярҙам үҙәге ике йыл рәттән икенсе урынды биләй. Шулай уҡ Башҡортостанда экспортҡа күрһәтелгән ярҙам Рәсәй Экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишина тарафынан юғары баһаланды, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Министрлыҡ Үҙәк һәм Төбәк үҫеш институты менән берлектә үҙенсәлекле проектты ғәмәлгә ашыра – “Ашығыс экспорт ярҙамы”, ул экспорт өлкәһендә предприятиеларға кәңәш биреүгә йүнәлтелгән. Әлеге мәлдә республиканың 35 муниципалитетына 52 тапҡыр барғандар, унда 192 компанияға консультация ярҙамы күрһәтелгән. Проект сиктәрендә йыл аҙағына тиклем 300 компанияға ошондай ярҙам күрһәтеү ҡаралған.

Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге күрһәткән ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.    

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас