Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Июнь 2022, 13:30

Ҡыйғыла спорт залдары төҙөкләнә

Тиҙҙән Үрге Ҡыйғы мәктәбенең спорт залында ремонт башлана.

Ҡыйғыла спорт залдары төҙөкләнә
Ҡыйғыла спорт залдары төҙөкләнә

Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нигеҙендә “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Төп маҡсат – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаларында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу һәм матди-техник базаны яңыртыу.

“Һәр баланың уңышы” төбәк проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Ҡыйғы районына мәктәптәрҙәге спорт залдарын төҙөкләндереүгә аҡса бүленә. Былтыр шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға аҡса йүнәлтелгән. Ремонт яһалырға тейешле объекттар исемлегенә Ибрай ауылы мәктәбенең спорт залы ла индерелгән. Смета документтарына ярашлы, унда күләмле эш башҡарылған. Атап әйткәндә, иҙән алмаштырылған, яҡтылыҡ селтәре, йылылыҡ системаһы төҙөкләндерелгән.

Быйыл иһә милли проект нигеҙендә Үрге Ҡыйғы ауылы мәктәбенең спорт залын капиталь ремонтлау, уны тейешле ҡулайламалар менән тәьмин итеү ҡарала.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/266807

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/266807

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в