Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Һанлы иҡтисадҡа - юғары квалификациялы кадрҙар

Башҡортостанда тәүге айтишник махсус программа буйынса ипотеканан файҙаланған

Һанлы иҡтисадҡа - юғары квалификациялы кадрҙар
Һанлы иҡтисадҡа - юғары квалификациялы кадрҙар

 

Республиканың беренсе IT – компанияһы   белгесе йыллыҡ биш процент менән ипотека төҙөп дәүләттән ярҙам менән файҙаланды. Белгес 29 йылға  5,4 миллион һумға ипотека алды. Түбән ставка менән ипотека кредиты тармаҡҡа ярҙам итеү сиктәрендә IT - компания хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус ташлама программаһы буйынса бирелә. Был турала ҡарар март айында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан иғлан ителде.  

  • 2019 йылда уҡ “Һанлы иҡтисад” милли проекты дөйөм алғанда IT-тармаҡтың тиҙләтелгән үҫешенә һәм ярҙамға йүнәлтелә,  – тип хәлгә асыҡлыҡ индерҙе республиканың Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Быйыл персональ ярҙам саралары күрһәтелә. Улар  IT –компаниялары белгестәренә йүнәлтелгән: армиянан кисектереү, ташламалы ипотека, гранттар. Башҡортостанда әкренләп йәш белгестәр ярҙамдың был төр ярҙам сараларына мөрәжәғәт итә башланы. Мәҫәлән, 233 IT-белгес армиянан кисектереүгә ғариза бирҙе, гранттар ҙа әүҙем ҡулланыла. Ташламалы кредиттар төҙөү ҙә һорау менән ҡулланылыр тип уйлайым.

 Ипотека лимиттары миллионлы төбәктәр өсөн 18 миллион һумға тиклем етеүе ихтимал, ҡалған төбәктәргә – туғыҙ миллион һумғаса. IT-ипотека менән аккредитацияланған IT-компанияларҙа эшләгән  22 йәштән алып 44 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары ҡуллана ала. Программа буйынса төҙөүсенән төҙөлөү өҫтөндәге йәки  әҙер фатирҙы һатып алырға мөмкин. Кредит килешеүен 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөргә була. Барлыҡ төбәктәр өсөн тәүге иғәнә өлөшө 15 процент тәшкил итә. Кредит биреү тураһында ғаризаларҙы "Открытие", "ДОМ.РФ", Һаҡлыҡ банкы, "Альфа-банк", "Росбанк Дом", "Газпромбанк" һәм башҡа кредит ойошмалары ҡабул итә.

 “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) ил президенты Владимир Путин указы менән башланғыс алған. Уның төп бурыстары –  һанлы иҡтисад өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү, мәғлүмәттәрҙе тапшырғанда, эшкәрткәндә һәм һаҡлағанда шәхестең, бизнестың һәм дәүләттең мәнфәғәтен яҡлауҙы гарантиялаған ватан эшкәртмәләре нигеҙендәге мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Проектты юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында тармаҡ өсөн ташламалар ҡаралған.

Алда билдәләнгән саралар  фәнде лә үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Фото: bash.news.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в