“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Асҡын үҙәк район дауаханаһында өлкәндәр өсөн EG-500L видеогастроскобы сафҡа индерелде. Уның хаҡы ике миллион һумға яҡын. Яңы ҡорамал аш һеңдереү юлының өҫкө бүлектәрен тикшереү һәм диагностикалау өсөн ҡулланыла.
Ҡорамалға ҡуйылған бәләкәй генә видеокамера мониторға төҫлө һүрәтте ебәрә, был пациенттың ашҡаҙан-эсәк юлы торошон ваҡ ҡына деталдәрҙә баһаларға мөмкинлек бирә. Видеогастроскопия диагностик тикшеренеүҙәрҙән тыш, операциялар барышын күҙәтеүҙе тәьмин итә.
– Яңы аппарат бөтә нормативтарға яуап бирә. Ашҡаҙан-эсәк юлы мониторҙағы видеокамера арҡаһында ҙурайтып күрһәтелә. Аппарат сирҙәрҙе сифатлы диагностикаларға ярҙам итә. Шештәрҙе иртәрәк асыҡлай аласаҡбыҙ, - ти дауахананың баш табибы Вадим Ғәләүетдинов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.