Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июнь 2022, 12:15

Инорс биҫтәһе ниндәй төҫ алыр?

Йылыкүл эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү 2024 йылда ла дауам итә.

Инорс биҫтәһе ниндәй төҫ алыр?
Инорс биҫтәһе ниндәй төҫ алыр?

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер ай элек Инорс биҫтәһендә Георгий Мушников урамы менән Йылыкүл эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереүҙең тәүге этабы башланды. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк программаһына ярашлы алып барыла һәм Өфөнөң 450 йыллығына арнала.

Дан бульварын яңыртыу концепцияһы менән бер рәттән был проект та былтыр ҡала халҡының иң күп тауышын йыйҙы. Ул саҡта проект өсөн 46 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе.

Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдус Ғәббәсов әйтеүенсә, проект йәмәғәт киңлектәренең берҙәм системаһын булдырыуҙы һәм күл эргәһендәге тәбиғи рекреация биләмәһенең ҡеүәтен асыуҙы күҙаллай.

– Күлдең яры менән скверҙы тоташтырған йәйәүлеләр юлын һалыу, яҡтыртҡыстар ҡуйыу планлаштырыла. Биләмәлә шулай уҡ ыҡсым ғына скейт-парк, белем биреү элементтары менән майҙансыҡ асыу ҡарала. Баландин бульвары янындағы йорттар тирәләй йәйәүлеләр өсөн сквер барлыҡҡа киләсәк. Автомобиль юлы йәйәүлеләр юлын киҫеп үтмәҫлек итеп, торлаҡ йорттар эргәһенә күсерелә, – тине ул.

Эште подряд ойошмаһы – “Уралагротехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара.

– Әле һүтеү, ер эше менән мәшғүлбеҙ, борт таштары һалабыҙ, кабель үткәрәбеҙ, – тине участка мастеры Олег Крючков. – Эш график буйынса бара. Килешеүгә ярашлы, уны 30 сентябргә тамамларға тейешбеҙ.

Йылыкүл эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү 2024 йылда ла дауам итә. Унда эштең икенсе этабы башлана. Төҙөкләндеререлә торған майҙан 10 гектар самаһы тәшкил итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press/news

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/267367

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: