Бынан тыш, 2021 йылда уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында еңеп сыҡҡан Башҡортостандың алты ҡалаһы проекттары тормошҡа ашырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостандан конкурсҡа тапшырылған һигеҙ проекттың алтыһы дәүләт ярҙамы аласаҡ.
2021 йылда Бәләбәй, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының проекттары еңеү яуланы. Был конкурста илдең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу проект ҡатнашҡайны.
Шулай уҡ 2020 йылдағы еңеүселәрҙең һигеҙ конкурс проекты буйынса эштәрҙе тамамлау күҙаллана. Былар Белорет һәм Баймаҡ ҡалаларында.
Ағымдағы йылда Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсына ете ғариза әҙерләнгән. Улар - Ишембай, Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел, Кушнаренко һәм Ишембай райондары.
- Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә йәмғеһе федераль һәм республика бюджеттарынан 2,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Муниципаль килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. Бөтә эштәрҙе 30 октябргә тиклем тамамлау планлаштырылған, - тип һөйләне Алан Марзаев.
Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Күмертауҙа, Межгорьела, Бәләбәйҙә һәм Бөрөлә алты проект буйынса эштәрҙең төп өлөшө 1 ноябргә тамамланырға тейеш.
Бынан тыш, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүселәренең һигеҙ проекты буйынса башланған эштәрҙе лә быйыл аҙағына тиклем еткереп ҡуясаҡтар.
- Уларҙың уртаса әҙерлеге 88 процент тәшкил итә. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 396 миллион һум йүнәлтелгән. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән муниципалитеттар араһында килешеүҙәр төҙөлгән, лимиттар еткерелгән, подряд ойошмаларын билдәләү буйынса конкурс процедураларын иғлан итеүгә документтар әҙерләнә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тамамлау ваҡыты - 1 сентябргә, - тип өҫтәне Алан Марзаев һәм муниципалитет башлыҡтарын йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эштәр графигына контролде көсәйтергә ҡушты.
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Федераль проектты тормошҡа ашырыу 2030 йылға ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Уның ярҙамында йәмәғәт биләмәләре, парктар, яр буйы төҙөкләндерелә, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы проекттар тормошҡа ашырыла.
#миллипроекттар#нацпроекты#Регпроекты#Башкортостан#Путин
Автор фотоһы.