Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июнь 2022, 09:30

Һанлы технологиялар килә

 Яңы аппаратта квалификациялы белгестәр – табип-рентгенолог һәм ике рентген-лаборант эшләйәсәк.

Һанлы технологиялар килә
Һанлы технологиялар килә

Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында яңы заманса “Севкаврентген” диагностика аппараты эшләй башланы. Ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.

Табиптар әйтеүенсә, уның өҫтөнлөгө рентген һүрәттәрен алыу һәм эшкәртеүҙең заманса һанлы системаһы  булыуҙа. Был тикшеренеүҙәрҙең диагностика ҡиммәтен һәм иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын күпкә күтәрә. Яңы аппаратта квалификациялы белгестәр – табип-рентгенолог һәм ике рентген-лаборант эшләйәсәк.

– 2009 йылда алынған аппарат иҫкерҙе инде. Тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, һанлы технологиялар килде. Ул төрлө ҡатмарлыҡтағы рентгенографик тикшеренеүҙәрҙе сифатлы үткәреүҙе тәьмин итәсәк. Диагностика сифаты яҡшырасаҡ, – тине Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ирина Әминева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: