Дүшәмбе ҡалаһында Башҡортостан экспорт компанияларының Тажикстандағы эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Федерацияһының Тажикстан Республикаһындағы сауҙа вәкиле Евгений Кореньков менән осрашты.
Сарала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, сәнәғәт, яғыулыҡ һәм инновация министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, төбәктең эшлекле йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Лена Изотова тәбрикләү сығышында Башҡортостан менән Тажикстандың берҙәм инвестиция һәм экспорт проекттарының өҫтөнлөклө булыуын билдәләне.
– Беҙҙең төбәк – Рәсәйҙең иҡтисади үҫешкән субъекттарының береһе. Төп күрһәткестәр буйынса илдең тулайым эске тауарҙарының яртыһынан күберәген булдырған алдынғы ун төбәк иҫәбендәбеҙ, Рәсәйҙең бөтә субъекттарының тулайым төбәк тауарының ике процентын тәшкил итә, – тине ул.
Ведомство вәкиле Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү юлдары тураһында һөйләне, шулай уҡ республиканың ҙур конгрестарҙа, иҡтисади һәм фәнни форумдарҙа, халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнашыуын билдәләне.
– Бынан тыш, беҙ тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә әүҙем ҡатнашабыҙ һәм барлыҡ ҡитғаларҙағы 120-нән ашыу сит ил менән сауҙа бәйләнешен булдырғанбыҙ, – тине Лена Изотова.
Ул Тажикстанда эш сәфәрендә ҡатнашҡан компаниялар тураһында ла һөйләне. Осрашыу барышында Башҡортостан экспортсыларының Тажикстан баҙарына сығыу мәсьәләһе ҡаралды, атап әйткәндә, бөгөнгө баҙар хәлдәре, яңы һатыу юлдары, баҙарға тауар индереү үҙенсәлектәре.
Аҙаҡ иһә республика компанияларының презентацияһы үтте. Осрашыуҙа эшҡыуарҙар үҙҙәренең предприятиелары тураһында һөйләне.
Эшлекле сәфәр барышында В2В форматында Тажикстан Республикаһы компаниялары вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар булды. “Hilton Dushanbe” отелендә республиканың туғыҙ экспортҡа эшләгән предприятиеһы Тажикстан контрагенттары менән осрашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Хөкүмәте етәкселегендә төбәк делегацияһы Тажикстанға эш сәфәре менән барҙы. Делегация составына экспорт йүнәлешендә эшләгән 17 компания вәкилдәре ингән. Сәфәр сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар, төбәк предприятиелары менән танышыу, Тажикстан Республикаһының компаниялары менән В2В форматындағы осрашыуҙар үтә.
Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселендә делегация эшләй. Уның составына төбәктең алты ауыл сәнәғәте комплексы, Ейәнсура районы һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты вәкилдәре инә.
Эш сәфәре барышында Илшат Фәзрахманов Тажикстан Республикаһының ауыл хужалығы министры Каримзода Саъди Гафор менән осрашты. Улар артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре, тоҡомло ҡош һәм йәшелсә-емеш һатып алыу буйынса берҙәм проекттарҙы бойомға ашырыу юлдары тураһында һөйләште.
Бынан тыш, делегация Хатлон өлкәһенә барҙы. Унда Башҡортостан вәкилдәре Тажикстан ауыл сәнәғәте комплексына ҡараған бер нисә предприятие менән танышты.
Был эш сәфәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан