Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала йәмәғәт урындары яҡшы яҡҡа үҙгәрә, халыҡ рәхәтләнеп ял итерлек урындар арта.
Мәҫәлән, Кушнаренко ауылында “Самолет” паркы төҙөкләндерелә башланы. Был йәмәғәт киңлеген райондың “йөҙөк ҡашы” тиергә мөмкин. Ҡыҙҙар тауы түбәһендә Ағиҙел ярында ысын самолет тора. Урындағы халыҡ һәм ситтән килгән ҡунаҡтар был урынды айырыуса үҙ итә: фотоға төшәләр, саф һауа һулап, Кушнаренко еренең гүзәл тәбиғәтен күреп кинәнәләр.
Былтыр халыҡ был йәмәғәт биләмәһен реконструкциялау өсөн һайланы һәм яңы парктың ниндәй булырын билдәләне. Әле бында иҫке тротуар плитәләрен һүтеү менән мәшғүлдәр. Тиҙҙән өр-яңы таш түшәй башлайҙар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы Кушнаренко ауыл биләмәһенең Тарабирҙе ауылындағы “Ғаилә” скверында воркаут комплексы яһарға ниәтләйҙәр.
Ә Йәрмәкәй районы үҙәгендә “Дуҫлыҡ” паркын үҙгәртеп ҡороу дауам итә. Муниципаль килешеүгә ярашлы, быйыл спорт майҙансығын, балалар автоҡаласығын төҙөкләндереү, хоккей һәм футбол өсөн универсаль майҙансыҡҡа нигеҙ һалыу планлаштырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/268006