Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июнь 2022, 10:30

Йүнселдәрҙән тәҡдимдәр, һорауҙар көтәләр

Төбәк лизинг компанияһы аша льготалы лизинг алыу мөмкинлеге бар.

Йүнселдәрҙән тәҡдимдәр, һорауҙар көтәләр
Йүнселдәрҙән тәҡдимдәр, һорауҙар көтәләр

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Минең бизнесым” үҙәгендә эшҡыуарҙар менән тәүге осрашыу булды. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә уҙғарылды.

Үҙәк директоры Ольга Яковлева бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам күрһәткән республика ойошмаларының эшмәкәрлеге, ярҙам саралары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Башҡортостандың микрокредит компанияһы Бәләбәйҙә теркәлгән йүнселдәргә биш процент, ҡалғандарға 8,5 процент ставка менән заем бирә. Эшҡыуарҙың заем йәки кредит алыу өсөн залогы булмаһа, Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы партнер банктар менән берлектә гарантиялы ярҙам күрһәтә ала. Төбәк лизинг компанияһы аша льготалы лизинг алыу мөмкинлеге бар.

“Бындай осрашыуҙарҙы даими ойоштороу күҙаллана. Унда йүнселдәрҙе ҡатнашырға саҡырабыҙ, шулай уҡ һорауҙар, тәҡдимдәр көтәбеҙ”, – тине Бәләбәй районы хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа бүлеге начальнигы Гүзәл Сабирова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/268125

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/268125

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: