Милли проекттар
4 Июня 2022, 04:15

Ауыл клубы - кешеләрҙең яратҡан урыны

“Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә Саруа ауыл клубы бинаһының ҡыйығын капиталь ремонтлау тамамланды.

Нуриман районы хакимиәте.Нуриман районы хакимиәте.
Фото:Нуриман районы хакимиәте. 

2019 йылдан Рәсәйҙә “Мәҙәниәт” милли проекты тормошҡа ашырыла, уның төп бурысы – Рәсәй халыҡтарының бай мәҙәни йолаларын һаҡлау һәм арттырыу. Ауыл Мәҙәниәт йорттарын ремонтлау проект пункттарының береһе булып тора.

Нуриман районында “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә Саруа ауыл клубы бинаһының ҡыйығын капиталь ремонтлау тамамланды.

Ауыл биләмәһе территорияһында 250-нән ашыу кеше йәшәй. Саруа ауылы халҡы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. Ауыл клубы бинаһында китапхана уңышлы эшләй. Клуб бөтә ауыл халҡының яратҡан ял итеү урыны булып тора. Барлыҡ ижтимағи мөһим саралар клубта ғына үткәрелә, унда төрлө йәштәге кешеләр йыйыла һәм күңелле итеп ваҡыт үткәрә.

– Ауыл мәҙәниәт йорто кешеләрҙең ижтимағи һәм мәҙәни тормош үҙәге булып тора. Мәҙәниәт йортон ремонтлау – ауыл өсөн мөһим ваҡиға. Тимәк, ауыл артабан да үҫешәсәк һәм мәҙәниәт йорттары йәнә төрлө йәштәге кешеләрҙе йәлеп итеү урынына әйләнәсәк, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас