Дүртөйлө ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә яңы уҡыу йылында туристик-тыуған яҡты өйрәнеү һәм техник йүнәлештәге яңы берекмәләр асыла. Быны "Мәғариф" милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырып булды.
Программа балаларҙың техник ижадҡа һәм уйлап табыуға һәләттәрен асырға мөмкинлек бирә, был һуңғараҡ үҙ-үҙеңде уңышлы күрһәтергә ярҙам итәсәк. Конструкциялау һәм программалау процесында уҡыусылар физика, механика, электроника һәм информатика өлкәһендә өҫтәмә белем ала.
Туризм балаларға донъяны белергә, уны төрлө ракурстарҙа күҙәтергә, үҙҙәре өсөн яңы офоҡтар асырға ярҙам итәсәк. Бында һәр уҡыусының ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға әҙер булыуы, ҡатмарлы көнкүреш шарттарынан ғәҙәти булмаған сығыу юлдарын белеүе буласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.