Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһында “Китапханалар төнө-2022” Бөтә Рәсәй акцияһы һәм Дөйөм Рәсәй китапханалар көнө сиктәрендә “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында һатып алынған яңы ҡорамалдарҙың презентацияһы үтте.
“Республика һайлап алыуынан үтеп, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Үҙәк район китапханаһы китапханалар араһында “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” булып, еңеүселәр иҫәбенә инде. Беҙ 119047,62 һум күләмендә субсидия алдыҡ, уларға 8 Гб оператив хәтерле стационар компьютер һатып алдыҡ, шул рәүешле эш урындарының береһен камиллаштырҙыҡ. Төҫлө баҫып булған Epson L3100 МФУ-һын һатып алдыҡ. Күргәҙмәләрҙең исемдәрен, белешмәләрҙе, презентацияларҙы, открыткаларҙы, библиографик белешмәләрҙе нәшер итеү өсөн тап ошо кәрәк. Шулай уҡ ноутбук һатып алдыҡ, стационар компьютер менән сағыштырғанда уның өҫтөнлөгө уның мобильлығында. Аҙ ауырлыҡлы, ыҡсым үлсәмле, ноутбуктағы батарея бер урындан икенсе урынға еңел генә күсерергә мөмкинлек бирә. “Мәҙәниәт” милли проектының мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү һәм яңыртыу мөмкинлеге биреүе – ҡыуаныслы хәл”, – тип билдәләне хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Гөлназ Әхмәтйәнова.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған "Мәҙәниәт" милли проектының маҡсаты – мәҙәни именлеккә мөмкин тиклем күберәк юл менән ҡулланыуҙы тәьмин итеү, был граждандарға мәҙәни ҡиммәттәрҙе ҡабул итергә, шулай уҡ уларҙы булдырыуҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә.