Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июнь 2022, 12:15

Законһыҙ сүплектәр бөтөрөлә башлай

Башҡортостанда Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә алты законһыҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған

youshatir.ru
Фото:youshatir.ru

2023 йылда "Экология" милли проекты буйынса Башҡортостан ҡалаларындағы алты законһыҙ сүплектең бишәүһен юҡ итеү башлана. Был хаҡта "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов хәбәр итте.

"Алты сүплек милли проектҡа индерелгән. Проекттар бик ҡатмарлы бара, дөйөм алғанда, эҙләнеүҙәр, проект эше менән ауырлыҡтар булды. Әммә хәҙер барлыҡ объекттар буйынса Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынған, һәм объекттар файҙаланыуға әҙер, тип әйтә алам. Иҡтисади сәйәсәттә лә, финанс сәйәсәтендә лә үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, биш объектты 2023 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашыра башларға планлаштырабыҙ, – тине Нияз Фазылов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында.

Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, тағы ла бер объект ғәмәлгә ашырыла башлаған да инде. Һүҙ Сибай ҡалаһынан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Баймаҡ ҡалаһындағы сүплекте юҡ итеү хаҡында бара.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә алты законһыҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Был эштәрҙе проектлау 2019 йылда башланды. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған "Экология" милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфераның бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең үҙенсәлекле флораһын һәм фаунаһын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: