

Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында асфальт түшәү буйынса эштәр планға ярашлы бара, әле уның икенсе ҡатламын һалалар. Шулай уҡ "Аэропорт" коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә автобус өсөн ҡулса төҙөлә.
Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Шәйхетдинова хәбәр итә.
Әйткәндәй, район юлдар ғына түгел, ауыл хужалығы, фермерлыҡ буйынса ла республикала алдынғылар рәтендә бара. Урында эре фермер хужалыҡтары эшләп килә.
Г.Кузьмин фотолары.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан