Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Июнь 2022, 09:30

Фән һәм производство бәйләнеше нығый

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең авиация университетында "КамАЗ-ӨДАТУ" студенттарҙың конструкторлыҡ бюроһы асылды.

Фән һәм производство бәйләнеше нығый
Фән һәм производство бәйләнеше нығый

Ул  Өфө дәүләт авиация университетының электромеханика кафедраһы ҡарамағында булдырылды. Студенттарҙың конструкторлыҡ бюроһы – яңы һәм перспективалы һөнәрҙәр буйынса кадрҙар дефициты проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән яңы формат. Университет студенттарына сәнәғәт заказсыһы мәнфәғәтендә ысынбарлыҡтағы конструктор һәм технологик проекттарҙа эшләү мөмкинлеге булдырыла. Һөнәри эшмәкәрлек башында уҡ баһалап бөткөһөҙ ҙур тәжрибә һәм конкурентлы карьера өҫтөнлөгө алыу – конструкторлыҡ бюроһының төп бурысы.

Яңы майҙансыҡты асыуҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков, электромеханика кафедраһы мөдире Вячеслав Вавилов, ошо уҡ кафедра профессоры Флүр Исмәғилев ҡатнашты. Видеобәйләнеш буйынса әлеге сараға “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инновациялы  автомобилдәр буйынса баш конструкторы Сергей Назаренко ҡушылды.  

- Студенттарҙың конструкторлыҡ бюроһын асыу “КамАЗ” эре автоетештереүсе һәм Башҡортостандың әйҙәүсе техник университетының хеҙмәттәшлеген киңәйтергә булышлыҡ итәсәк. Беҙҙең үҙ-ара бәйләнеш фән һәм производство тоташҡан алдынғы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә маҡсатланған, – тине Сергей Новиков.

Баш конструктор Сергей Назаренко билдәләүенсә, студенттарҙың «КамАЗ-УГАТУ» конструкторлыҡ бюроһын асыу - юғары уҡыу йортоноң сәнәғәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүенә тағы ла бер аҙым.

Сергей Назаренко «КамАЗ» үҫешенең яңы йүнәлештәре, уның продукцияһы менән таныштырҙы. К5 бишенсе быуын автомобилдәренең моделдәре, ҡала пассажирҙар электр транспортындағы яңылыҡтар, водородта эшләгән автотехника, пилотһыҙ транспорт булдырыу өлкәһенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

- Студенттар командаһы өсөн хәл итәһе бик күп ҡыҙыҡлы бурыстар табылыр. Эш менән дә һеҙҙе тәьмин итербеҙ, - тине Сергей Назаренко.

Юғары уҡыу йортондағы бындай саралар “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) сиктәренә алып барыла. Һәм ул ил президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: