Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Вахтаны фермер хужалығына алмаштыра

"Вахта менән эшләп тә арыным, ғаиләм менән бергә булғым килә..."

Вахтаны фермер хужалығына алмаштыра
Вахтаны фермер хужалығына алмаштыра

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙғарылған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яңы эш башлаған фермер тәҡдим иткән һыйыр малын үрсетеү проекты ҡаралды.

– Ғүмер буйы ауылда йәшәгәнгә күрә бала саҡтан уҡ эшкә өйрәнгәмен. Үҙемде белгәндән алып, атай-әсәйем мал аҫраны, беҙ, балалар, уларға ярҙам иттек, хужалыҡты алып барырға өйрәндек, – ти йүнсел. – Хәҙер үҙемдең ғаиләм, ике балам, хужалығым бар, ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Ләкин бының менән генә сикләнеп ҡалырға теләмәйем, шуға ла ауыл хужалығы менән ныҡлы шөғөлләнгем, вахта менән эшләп тә арыным, ғаиләм менән бергә булғым килә.

Әле фермерҙың биш баш һыйыр малы бар. Һөтсөлөктө үҫтерергә ниәтләй ул. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер һәм ангар төҙөү өсөн участка алыу теләген белдерә. Шорохов ауылы янында уға 30 гектарҙан ашыу ер тәҡдим иткәндәр ҙә инде. Әлегә был майҙан етә, киләсәктә йүнсел йәнә 50 гектар ер алырға, бойҙай сәсергә, бесән сабырға планлаштыра.

Башта ул 15 баш мал алып, әкренләп уларҙың һанын 50-гә еткермәксе. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн биш миллион һум аҡса кәрәк. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов уға киләһе йыл яҙ “Агростартап” программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Әле иһә йүнсел крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәргә, дәүләт ярҙамы алыуға документтар йыйырға тейеш.

Был йәһәттән йүнселгә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар булышлыҡ күрһәтә. Уларға бизнесты үҫтереү буйынса юл картаһы төҙөргә ҡушылды. Эшҡыуарға шулай уҡ Мәшғүллек үҙәге аша уҡырға тәҡдим ителде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/268667

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в