Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июнь 2022, 08:30

Башҡортостан остаздары федераль кимәлгә сыға

Остазлыҡ – һәр хеҙмәткәрҙең потенциалын асыусы, предприятие эшселәренең һөнәри оҫталығын барлыҡҡа килтереүсе нигеҙ

Башҡортостан остаздары федераль кимәлгә сыға
Башҡортостан остаздары федераль кимәлгә сыға

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашыусылар үҙҙәренең иң яҡшы тәжрибәһен федераль кимәлдә күрһәтә аласаҡ.

“Остазлыҡ – һәр эшсенең потенциалын асыусы, предприятие хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығын барлыҡҡа килтереүсе нигеҙ. Бынан тыш, белгестәрҙе әҙерләүҙең тулы моделен төҙөү, стандарт булмаған алымдарҙы ҡулланып уларҙың компетенцияһын үҫтереү, компанияларға яңы үҫеш нөктәләрен аса. Былар барыһы ла предприятиеларға заман талаптарынан ҡалышмай, тотороҡло үҫешергә мөмкинселек бирә”, - ти БР Премьер-министры урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Конкурс “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә остазлыҡ” номинацияһында уҙғарыла. Унда ҡатнашыу өсөн остазлыҡ тәжрибәһе тураһында презентация материалдарын һәм заявка бирер кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: