Ағымдағы йылдың 27-29 апрелендә онлайн форматта “Сикһеҙ экология” Йәш экологтар слетында ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһының белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында конкурс буйынса һайлап алыуы ойошторолдо. Слет 2022 йылға мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй саралар планын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. Конкурста Рәсәйҙең 24 субъектынан 14-17 йәштәге 106 уҡыусы – Бөтә Рәсәй йәш экологтар слетының төбәк этаптарында еңеүселәр ҡатнашты.
Федераль һайлап алыу этабында ҡатнашыусылар ботаника, энтомология, орнитология, гидробиология һәм тупраҡ ғилеме йүнәлештәре буйынса әңгәмәләшеү үтте, шулай уҡ ялан тикшеренеүҙәрен үткәреү оҫталығын һәм һайланған тематик йүнәлеш буйынса теоретик белемдәрен күрһәтте.
Ошо көндәрҙә конкурстың федераль этабы һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылдың июлендә Мәскәү өлкәһендә үтәсәк “Сикһеҙ экология” Йәш экологтар слетында ҡатнашыу өсөн команда тупланған.
“Сикһеҙ экология” союз проекты йәштәрҙең тирә-яҡ тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныуын һәм яуаплы мөнәсәбәтен үҫтерә, йәш экологтар һәм Белоруссия, Рәсәй биологтары араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Федерацияһы белем биреү ойошмаларында уҡыусы йәш экологтар слетында ҡатнашыу өсөн Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабында Октябрьский ҡалаһы Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы станцияһының “Экология” йүнәлешендә белем алыусы Елизавета Иванова һәм Сибай ҡалаһының Балалар экология-биология үҙәге уҡыусыһы Дмитрий Платонов еңеүсе булды. Улар Рәсәй йыйылма командаһы составына инде.
Мәктәп уҡыусыларына экологик белем биреүҙе, экологик мәҙәниәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан