Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июнь 2022, 15:15

Халыҡтың һигеҙ башланғысы тормошҡа ашырыла

2015 йылдан 180 проект буйынса күләмле эштәр башҡарылған.

Халыҡтың һигеҙ башланғысы тормошҡа ашырыла
Халыҡтың һигеҙ башланғысы тормошҡа ашырыла

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдан башлап район ауылдарында яҡтылыҡ селтәрен, балалар майҙансыҡтарын, мәғариф ойошмаларындағы ҡоймаларҙы, һәйкәлдәрҙе төҙөкләндереү буйынса 180 проект тормошҡа ашырылған. Был эштәр башлыса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы бойомға ашырылған “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә башҡарылды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты 2015 йылда ғәмәлгә индерелгәйне. Быйыл уның сиктәрендә Иглин районы халҡының дүрт миллион һумлыҡ һигеҙ башланғысы тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Иван-Казанка ауылында паркты ҡоймалау, Балажыла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелискты яңыртыу һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү, Көҙәйҙә тимер юл станцияһына илткән юлға яҡтыртҡыстар ҡуйыу күҙаллана. Шулай уҡ Балтика, Сыуаш-Ҡобау, Песчано-Лабау, Турбаҫлы, Мансаҙы ауылдарындағы урамдар ҙа яҡтыраҡ буласаҡ – әле яҡтыртҡыстар һатып алыуға аҡса бүленгән дә инде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/269704

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/269704

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в