Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә быйыл Нефтекама балалар музыка мәктәбенең уҡыу кабинеттарына интерактив таҡталар, ноутбуктар һ.б. һатып алынды.
Халыҡ музыка ҡоралдары класы клавишалы гуслялар, концерт балалайкалары, гитаралары, Ballone Burini баяны; тынлы музыка ҡоралдары бүлеге – барабандар тупланмаһы (ҙур һәм бәләкәй) һәм ксилофон менән тулыландырылды. Балалар хәҙер өр-яңы “Н. Рубинштейн”, “М. Глинка”, “Мелодия” фортепианаларында уйнап кинәнә. Матди-техник базаны яңыртыу өсөн уҡыу йортона аҡса федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттан бүленде.
“Мәктәптәге музыка ҡоралдарының 50 проценты туҙған ине. “Мәҙәниәт” милли проекты беҙҙә шөғөлләнгән балаларға ҙур бүләк эшләне, уларҙы ныҡ ҡыуандырҙы. Йыл башынан уҡыу йорто базаһында педагогик коллектив көсө менән “Первоцветы” халыҡ музыка ҡоралдары оркестры ойошторолғайны. Беҙҙә шөғөлләнеүсе балаларҙы уның илһамландырына, Рәсәйҙең музыка традицияларына ҡыҙыҡһыныу уятырына ышанам", – ти мәктәп директоры Тәнзилә Йыһаншина.
Балалар музыка мәктәбе 1961 йылда асылған. Әле унда 700-ҙән ашыу бала “Фортепиано”, “Халыҡ музыка ҡоралдары”, “Ҡыллы музыка ҡоралдары”, “Тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары”, “Яңғыҙ йырлау”, "Хор менән йырлау” бүлектәрендә белем ала.
Алтмыш йыл эсендә мәктәп ике меңдән ашыу баланы уҡытып сығарҙы. Һәләтле педагогтар ҡулында тәрбиәләнгән уҡыусылар сәнғәт юлын һайланы, профессиональ музыкант булып китте. Күптәре төрлө махсус уҡыу йорттарында эшләй, егерме өс кеше тыуған мәктәбенә уҡытырға ҡайтты.
Музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡалалағы бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар абруйлы халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында һынатмай, еңеү яулай. "Мәҙәниәт" милли проектының йәш таланттарҙы үҫтереүҙә роле бик ҙур.
Фото: kulturarb.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан