Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Ватансылыҡ тәрбиәләү” төбәк проекты нигеҙендә ҡалала милли ғорурлыҡ тойғоһо, Ватанға, туған халҡыңа һөйөү тәрбиәләгән саралар даими уҙғарыла. Был проект граждандарҙа илһөйәрлек тәрбиәләү системаһының эшен тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Уға ярашлы мәғариф ойошмаларында тәрбиәүи эш башҡарыла, ватансылыҡ йүнәлешендәге саралар ойошторола.
Әле мәктәптәрҙә тәрбиә программалары төҙөлгән. Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика сараларында әүҙем ҡатнашыу тәьмин ителә. Ватан тарихын танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған саралар уҙғарыла. Балалар “Рәсәйҙең уҡыусылар хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы, “Юнармия” балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте эшмәкәрлегенә, шулай уҡ “Оҙон тәнәфес” бөтә Рәсәй конкурсына йәлеп ителгән.
Уҡыусылар Еңеү көнөн, Рәсәй Геройы көнөн, Билдәһеҙ һалдат көнөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөн, “Һалдат хаттары”, “Геройҙар эргәбеҙҙә йәшәй”, “Йөрәктән – йөрәккә”, “Бында ветеран йәшәй”, “Хәтер вахтаһы” акцияларында әүҙем ҡатнаша.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/269896
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/269896