Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2022, 14:15

Ғафури йәштәренә еткәндәр булманы

Улар Краснодар крайында Башҡортостандың данын яҡлай.

Ғафури йәштәренә еткәндәр булманы
Ғафури йәштәренә еткәндәр булманы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, Стәрлетамаҡта уҡыусыларҙың “Президент ярыштары”ының төбәк этабы булды. Унда республиканан иң яҡшы 16 команда ҡатнашты.

Ғафури районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район исеменән ярышта Красноусолдың 1-се мәктәбендәге спорт командаһы ҡатнашты. Йәштәр теоретик конкурста белемен күрһәтте, спорт бәйгеләрендә, этафетала көс һынашты. Тырышлығы һәм берҙәмлеге һөҙөмтәһендә ғафуриҙар теоретик конкурста – икенсе, спорт ярыштарында өсөнсө урынды яуланы. Карина Торопкина шәхси иҫәптә республика чемпионы булды.

Дөйөм команда иҫәбендә Ғафури районы командаһы беренсе урынға лайыҡ булып, Краснодар крайында үткәрелгән Бөтә Рәсәй ярыштарында Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғын алды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/270353

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/270353

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: