

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Йәйғор Өфө” шәхси балалар баҡсаһында 1,5 – 3 йәшлек балалар өсөн өҫтәмә урындар асылды.
Балалар баҡсаһының Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектында ҡатнашыуы һәм еңеүе һөҙөмтәһендә мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн яңы 30 урын барлыҡҡа килде һәм төркөм төрлө кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылды.
Учреждение 3,7 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына уйын һәм уҡыу йыһазы, келәмдәр, һауаны таҙартыу ҡорамалдары, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап сабыйҙарҙың һәләтен үҫтереү өсөн материалдар һәм уйынсыҡтар, физкультура-спорт ҡорамалдары, техник һәм мультимедиа саралары һатып алынды. Белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн методик ҡулланмалар тупланды. Шулай уҡ балалар баҡсаһы мөдире һәм 17 педагог грант иҫәбенә белемен камиллаштырҙы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/270421