Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала урам-юл селтәрен төҙөкләндереү дауам итә. Объекттарҙың ҙур өлөшө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы яңыртыла. Атап әйткәндә, быйыл Өфөлә күп капитал талап иткән проекттарҙан тыш, федераль программа буйынса дөйөм оҙонлоғо 23 километрлыҡ 17 юл участкаһын тәртипкә килтереү күҙаллана.
Милли проектты тормошҡа ашырғанда төп социаль әһәмиәтле объекттарға илткән юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Миҙгел аҙағына тиклем мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм спорт объекттарына табан ете километрлыҡ юл участкаһы ремонтлана. Ғабдулла Амантай, Гвардия, Завод, Кәрим Хәкимов, Кемерово, Суворов, Чернышевский урамдары, Рәсәй тыҡрығы яңыртыла.
Әле объекттарҙың барыһында ла эш ҡайнай. Юлсылар иҫке бордюр таштарын һүтеү, асфальтты алмаштырыу, техник һыҙаттарҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү менән мәшғүл.
Ремонтҡа бәйле урам-юл селтәрендә тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡала хеҙмәттәре халыҡтан хәлде аңлап ҡабул итеүҙе, юл ремонтлау буйынса интерактив картаны файҙаланыуҙы, маршрутты алдан уҡ күҙаллауҙы үтенә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/270940