Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Июнь 2022, 12:35

Бөрөлә һыу тәьминәтенә иғтибар ҙур

Проблемалар урынға барып тикшерелә һәм хәл ителә.

Бөрөлә һыу тәьминәтенә иғтибар ҙур
Бөрөлә һыу тәьминәтенә иғтибар ҙур

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” төбәк проектына ярашлы һыу менән тәьмин итеү объекттарының төҙөлөшөн Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, генераль подрядсы, эштең заказсыһы, проектлаусылар, техник күҙәтеү ойошмалары һәм башҡалар даими контролдә тота. Проблемалар урынға барып тикшерелә, хәл ителә.

Ошо өлкәләге беренсе объект – Бөрө ҡалаһындағы телевидение вышкаһы эргәһендә өс мең кубометр һыуға иҫәпләнгән яңы резервуар. Ул элекке резервуар эргәһендә төҙөлә. Әле объект өсөн нигеҙ әҙерләнә. Кәрәкле материалдар һәм комплектлау өлөштәре килтерелгән. Яңы объект сафҡа инеү менән иҫкеһе капиталь ремонтҡа ябыла.

Икенсе объект – насос станцияһы. Күптән түгел авария хәлендәге административ-көнкүреш корпусы һүтелгән. Уның урынында һыу әҙерләү станцияһына нигеҙ һалыу өсөн соҡор ҡаҙалар. Тап ошонда һыуҙы фильтрҙар ярҙамында таҙартасаҡтар. Күсмә станция июль аҙағында асыла. Ул тулыһынса автоматлаштырыла һәм “Башкоммунводоканал”дың Бөрө филиалы бинаһында урынлашҡан диспетчер пунктынан идара ителәсәк.

Өсөнсө объект – һыу алғыс. Белгестәр һуңғы, 12-се скважинаны быраулауҙы тамамлап килә. Скважинала һыу етерлек. Уның тәрәнлеге 23 – 27 метр. Скважиналарҙы һаҡлау өсөн павильондар төҙөлә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/270728

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в