Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Июнь 2022, 10:30

Барыһы ла – халыҡ өсөн

Һуңғы йылдарҙа республиканың медицина тармағы ысын мәғәнәһендә һынылыш осорон кисеҙе. Ошо эҙмә-эҙлекле саралар ярҙамында ярайһы уңыштарға өлгәшелде.

Барыһы ла – халыҡ өсөн
Барыһы ла – халыҡ өсөн

Республика етәкселеге медицина өлкәһендәге проблемаларҙы алғы планға ҡуйҙы, тармаҡтың үҫеш процесын шәхси контроленә алды.  Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Программа 2021-2025 йылдарға планлаштырылған, уның сиктәрендә амбулатор-поликлиника учреждениеларының ресурс базаһы нығытыла.

Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2021-2025 йылдарҙа 19,8 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана. Уның 15,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 2,8 миллиарды республиканан бүленәсәк.

Программа сиктәрендә түбәнге саралар планлаштырылған:

- һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонт яһау;

- медицина ойошмаларында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә медицина кәрәк-ярағы менән тәьмин итеү.

- беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барыу, медицина тармағы хеҙмәткәрҙәрен эшкә йөрөтөү өсөн автомобиль транспорты менән тәьмин итеү.

Программа саралары 2021 йылдан тормошҡа ашырыла башланы. Уның ярҙамында төбәктең бихисап район-ҡалаларындағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди базаһы нығытылды. Миҫал өсөн, күптән түгел һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы ярҙамында Федоровка үҙәк район дауаханаһына 12 миллион һумлыҡ заманса маммограф килтерелгән.

Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ведомствола билдәләүҙәренсә, маммография стационар һанлы рентген системаһы һөт биҙҙәренең яман шешен диагностикалау йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса. Һанлы маммограф, юғары аныҡлыҡтағы скрининг ярҙамында һөт биҙҙәрендәге үҙгәрештәрҙе күрһәтә,  төрлө проекцияла тикшереү үткәрергә мөмкинлек бирә.

 – Һанлы маммография системаһы табиптар өсөн файҙаланыуға уңайлы һәм дауахана пациенттары өсөн дә бик ҡулай.  Беҙҙең дауаханала бындай ҡорамал быға тиклем булманы. Пациенттар Күмертауға йүнәлтелә ине. Әлбиттә, был  уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Иң ҡатмарлыһы – диагноз ҡуйыуҙы һәм дауалана башлауҙы һуҙа килде, - ти  Федоровка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Олег Белоусов.

Әйткәндәй,  һаулыҡ һаҡлау тармағының  беренсел звеноһын яңыртыу программаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Күләмле проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән старт алды.

Республикала иһә беренсел медицина ярҙамы алырға мөмкин булған медицина учреждениелары селтәре киңәйеүен дауам итә.
Республика властары хәбәр итеүенсә,  яҡын киләсәктә Стәрлебаш, Ейәнсура, Ауырғазы һәм Тәтешле райондарында яңы капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыласаҡ.

Бынан тыш, быйыл йәй Бөрө поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Көҙ иһә Илеш районының Дөмәй һәм Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылдарында ике табиплыҡ амбулаторияһын асыу күҙаллана. Бер үк ваҡытта Өфөнөң Затон биҫтәһендә поликлиника һәм Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлөшө ыңғай бара. Республиканың төньяҡ-көнсығышында ике медицина учреждениеһын һала башлағандар. Һүҙ Дыуан районының Мәсәғүт ауылында көндөҙгө стационар һәм балалар поликлиникаһы, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы булған дауахана хаҡында бара.

 – Уларҙы киләһе йылда сафҡа индерәсәкбеҙ, - тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров телеграм-каналында. - Бөтә объекттар ҙа кәрәкле, мөһим, халыҡ уларҙы бик көтә. Билдәләнгән ваҡытҡа эштәрҙе тамамлау өсөн күп көс һаласаҡбыҙ.

Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған  ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты иһә - сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:  health.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: