Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Июнь 2022, 19:30

Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы төҙөкләндерелә

Төҙөлөш эштәренә бәйле транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләүҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорайҙар.

Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы төҙөкләндерелә
Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Ҡырмыҫҡалы районында "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәте тарафынан Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлын төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла. Башланғыс "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ремонтланасаҡ участканың дөйөм оҙонлоғо 4,5 саҡрым тәшкил итә. Проекттың хаҡы – 66 миллион һумдан ашыу.

"Урындағы халыҡтың именлеге лә, тотош райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше лә юл-транспорт селтәренең торошона туранан-тура бәйле. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты ярҙамында йөҙләгән ауылда юл ремонтланды, был һан йылдан-йыл артып торасаҡ", – тип билдәләне транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Әле юлсылар автомобиль юлы япмаһын фрезер менән эшкәртеүҙе тулыһынса тамамлаған һәм асфальт-бетон ҡатнашмаһының тигеҙләү ҡатламын түшәгән. Тиҙҙән өҫкө өлөшөн түшәй башлау, юл ситтәрен төҙөкләндереү, горизонталь юл һыҙаты һыҙыу күҙаллана. Эштәр уңайлы һауа торошо шарттарында башҡарыла.

"Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәте водителдәрҙе был автомобиль юлдары участкаларында тиҙлек режимын күҙәтергә һәм төҙөлөш эштәренә бәйле транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләүҙе аңлап ҡабул итергә саҡыра.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Алтынай  Солтанғужина
Читайте нас: