Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Июнь 2022, 13:20

Яһалма интеллект өлкәһе үҫешә

Бәләкәй IТ-бизнес яһалма интеллект базаһында ҡарарҙарҙы финанслауға дәғүә итә ала. 

Яһалма интеллект өлкәһе үҫешә
Яһалма интеллект өлкәһе үҫешә

Башҡортостандың бәләкәй IТ-бизнесы яһалма интеллект базаһында ҡарарҙарҙы 30 миллион һумға тиклем финанслауға дәғүә итә ала. Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһының “Яһалма интеллект” федераль проекты сиктәрендә “Көрсөккә ҡаршы – ЯИ” (яһалма интеллект) конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы.

Конкурс яһалма интеллект өлкәһендә үҙ ҡарарҙарын, продукттарын һәм хеҙмәттәрен эшләп бөтөрөргә йәки яңы баҙарҙарға сығарырға ниәтләгән бәләкәй предприятиеларҙың проекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

- Яһалма интеллект өлкәһендәге ҡарарҙарҙы коммерциялаштырыу аппарат-программа комплекстарын һатып алыуға, “болот” сервистарын файҙаланыуға һәм ҡуртымға алыуға, проектты ғәмәлгә ашырыуға йәлеп ителгән кешеләрҙең эшенә һәм башҡа ихтыяждарға түләүгә ҡағыла. Хәҙер компьютерҙа күреү, телмәрҙе таныу һәм синтезлау, ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышлыҡ итеүҙең интеллектуаль системалары өҫтөнлөклө булып тора, - тип хәбәр итте БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Таипов.

Һанлы иҡтисад йүнәлешендәге конкурстар инженер производство берекмәһенә, идара итеү системаларына, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм мәғлүмәттәрҙе һаҡлау сараларына, робот техникаһы комплекстарына һәм уларҙың идара итеү системаларына, мәғлүмәт базалары менән идара итеү сараларына һәм башҡа йүнәлештәргә ярҙам итеү өсөн дә иғлан ителгән, тип билдәләне министр урынбаҫары.

БР Һанлы үҫеш министрлығы конкурс программаларының шарттары һәм ваҡыты менән танышырға тәҡдим итә:

- “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы “Көрсөккә ҡаршы – ЯИ” конкурсы:  https://fasie.ru/press/fund/anticrisis-ai/;

- “Һанлы технологиялар үҫеше” конкурсы:  https://fasie.ru/press/fund/razvitie-dataeconomy-5/;

- “Старт-ЦТ-1” конкурсы: https://fasie.ru/press/fund/start-dataeconomy-2022-2/;

- “Экспорт-ЦТ” конкурсы: https://fasie.ru/press/fund/export-dt/;

- “Коммерциализация-ЦТ”конкурсы: https://fasie.ru/press/fund/komm-dt/;

- “Старт-1” инновация буйынса үҫеш юлында булған бәләкәй предприятиелар конкурсы.

Был башланғыстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) ҡуйған бурыстарҙы хәл итергә лә булышлыҡ итә.

Фото: faqkontakt.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: