Өфөлә 2022 йылда юл эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары менән берлектә үткәрелә. Был эш планы яңы ремонтланған участкаларҙы йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу, реконструкциялау маҡсатында киренән боҙоу осраҡтары булмаһын өсөн ҡабул ителде.
Быйыл милли проект буйынса яңыртылған объекттар исемлегенә баш ҡаланың Коммунистик урамы ингән. Уның Цюрупа урамынан Воровский урамына тиклемге өлөшөнә асфальт һалынасаҡ.
"Эштәрҙе башҡарыу барышында был участканың 13 660 квадрат метрҙан ашыу майҙанына яңы асфальт-бетон япмаһы түшәү, борт таштарын алмаштырыу, техник һыҙаттар булдырыу, 3 800 квадрат метр самаһы майҙанда тротуарҙы йүнәтеү планлаштырыла. Ремонт тамамланғандан һуң горизонталь юл билдәләре һыҙыласаҡ", – тип хәбәр итте Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
Әле юл хеҙмәткәрҙәре ремонт эштәрен башланы, шулай уҡ урамда торба үткәргестәрен яңыртып ҡороу һәм төҙөү бара. Реконструкциялау киләсәктә яңы юл япмаһының емерелеүенә килтереүе ихтимал аварияларға юл ҡуймау, шулай уҡ халыҡты һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Ремонт эштәрен июль урталарында тамамлау планлаштырыла, шунан һуң юлсылар асфальт япмаһын йүнәтеүгә тотонасаҡ. Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы, эштәр 21 ноябрҙә тамамланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.