Ҡытай илселегендә Башҡортостан делегацияһы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының илдәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Чжан Ханьхуэй менән осрашты. Сара барышында Рәсәйҙең Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы Сауҙа вәкиллегендә офис асыу, шулай уҡ Башҡортостандың рәсми делегацияһының көҙ Ҡытайға эшлекле сәфәрен ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.
"Әлеге ваҡытта республика Хөкүмәте менән Ҡытай провинциялары араһында хеҙмәттәшлек тураһында алты килешеү төҙөлдө. Дөйөм килешеүҙәр һаны - 20", – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Чжан Ханьхуэй Башҡортостанда хеҙмәттәшлек ителәсәк тармаҡтарға туҡталды, шул иҫәптән нефть химияһы сәнәғәте, ауыл хужалығы, экология өлкәләренә. Бынан тыш, Ҡытайҙа һөт ризыҡтары, ҡуйыртылған һөт, печенье, торт, туңдырма, бал ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
"Башҡортостан менән Ҡытай хеҙмәттәшлеге бөгөн һис ҡасан булмағанса мөһим. 2021 йылда үҙ-ара тауар әйләнеше 985,7 миллион доллар тәшкил иткән, шуға ҡарамаҫтан, башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерәбеҙ. Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте сағыу миҫал тип атарға мөмкин: республикабыҙҙа Ҡытайҙан 150 студент уҡый", – тине Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков.
Хәҙерге донъяуи шарттарҙа республикаға күберәк ҡорамал һәм запас частар талап ителә, шуға яңы иҡтисади сылбырҙар булдырыу, инвестициялар йәлеп итеү, яңы партнерҙар эҙләү өсөн Башҡортостан хеҙмәткәрҙәрҙе Ҡытайға ебәрә, тип билдәләне Сергей Греков.
Ҡытайҙа республиканың офисын асыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан