Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Кәсепселәргә ярҙам күрһәтелә

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Кәсепселәргә ярҙам күрһәтелә
Кәсепселәргә ярҙам күрһәтелә

Дәүләт халыҡ кәсепселеге менән шөғөлләнгән предприятиеларға ярҙам итәсәк. Хәҙер тауар етештереүгә һәм уны һатыуға субсидияны алдан алыу мөмкинлеге бирелә. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Был осраҡта предприятиеның яғыулыҡ сығанаҡтарына һәм страховка иғәнәләрен түләүгә киткән сығымдарын ҡаплауға ярҙам тураһында һүҙ бара. Хәҙер улар ошондай компенсацияны аванс рәүешендә аласаҡ, ай аҙағын көтөргә кәрәкмәйәсәк. Бындай ярҙам йыл аҙағына тиклем күрһәтеләсәк. Хөкүмәттең ошондай булышлығы ойошманың әйләнештәге сараларын арттырыуға, уларҙың финанс хәлен тотороҡландырыуға өлөш индерәсәк.

Бындай ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ ҡылыу” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в