Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июнь 2022, 07:00

Кемдәр субсидия аласаҡ?

Йыл аҙағына тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ.

Кемдәр субсидия аласаҡ?
Кемдәр субсидия аласаҡ?

Халыҡ промыслалары предприятиелары, аванс итеп, үҙ продукцияһын етештереүгә һәм уны һатыуға ярҙам рәүешендә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Хәҙер предприятиеларҙың энергия ресурстарына һәм страховка иғәнәләренә киткән сығымды ҡаплаясаҡтар. Ә был ярҙамды аванс рәүешендә ай аҙағын көтмәйенсә аласаҡтар. Ярҙамдың был төрөнән 2022 йыл аҙағына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Был тармаҡ ойошмаһының әйләнештәге аҡсаһын арттырыуға, финанс тотороҡлолоғона булышлыҡ итәсәк.

Әйткәндәй, 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителгәйне. 2024 йыл аҙағына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) сиктәрендә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡиммәттәрен нығытыуға һәм халыҡ художество промысла-шөғөлдәрен нығытыуға йүнәлтелгән 600 ижади проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Фото: almode.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: