Рәсәй Хөкүмәте хужалыҡ иҫәбе менән төҙөлгән шәхси торлаҡҡа “Льготалы ипотека” дәүләт программаһы шарттарын киңәйтте. Хәҙер шәхси йортто үҙаллы төҙөгәндә йәки артабан да унда төҙөлөш алып барыу маҡсатында ер участкаһы һатып алынғанда кредитты туғыҙ процентҡа рәсмиләштереп була. Әммә шул уҡ ваҡытта банк төҙөлөштөң һәр этабын күҙәтеп барасаҡ: һәр транш айырым төҙөлөш этабының тамамланыуын раҫлағандан һуң ғына күсереләсәк.
Минималь ставка шәхси страховка булғанда һәм кредит килешеүен төҙөгәндән һуң 12 ай эсендә өйгә милек хоҡуғын теркәгәндән һуң ғына атҡарыла. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре өсөн ипотеканың максималь суммаһы алты миллион һум тәшкил итә. Беренсе минималь иғәнә дөйөм сумманан 20 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш, срок – 30 йылға тиклем.
ДОМ.РФ банкы, илдәге банктарҙан тәүгеләрҙән булып, ошондай льготалы ипотека буйынса ғаризалар ҡабул итә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: building.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан