Биләмәләр үҫеше фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2022 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы проблемалы объекттар һаны кәмегән тәүге биш төбәк исемлегенә ингән. 1 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, 106 объект ошондай тип танылған, 23 йорттағы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелеп, был күрһәткес 83-кә тиклем кәмегән.
"Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау – туҡтауһыҙ эш алып барылған йүнәлештәрҙең береһе. Бурыс ябай түгел, күрелгән саралар һәм Рәсәй Хөкүмәте менән төбәктәрҙең бергә эш итеүе һөҙөмтәһендә алданған өлөшсөләр һаны кәмей", - тигән республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Берҙәм проблемалы объекттар реестрына Рәсәйҙең 67 төбәге индерелгән. Уларҙың 47-һендә, дөйөм алғанда, 400-ө проблемалылар исемлегенән алынған. Беренсе урында – Мәскәү өлкәһе (- 109 йорт), икенселә - Новосибирск өлкәһе (- 31), өсөнсөлә - Башҡортостан Республикаһы (- 23), дүртенселә - Краснодар крайы (- 19), бишенселә - Ленинград өлкәһе (- 18 йорт).
Хәбәр ителеүенсә, 2022 йылдың беренсе кварталына ҡарата компенсация түләүҙәре 2,5 меңгә яҡын кешегә тәғәйенләнгән, уларҙың 83 проценты алған да инде, тағы 425-е көтә.
Бындай сараларҙың ойошторолоуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: stroikredit.com