Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы үҙенең ҡарамағындағы инвестиция һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырған, төбәк өсөн социаль-иҡтисади йәһәттән мөһим ойошмалар араһында һораулама үткәрә. Унда, күләме, милке һәм тармағына ҡарамай, төрлө ойошмалар ҡатнашыуға саҡырыла.
Сара 8 июндән 24-енә тиклем анкета һорауҙарына онлайн яуап биреү форматында үткәрелә. Бының өсөн https://regionaljobs2022.vcot.info/ адресы буйынса үтергә, һорауҙарға яуап биреүсегә шәхси кабинетта теркәлергә, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрҙе, электрон почта адресын күрһәтергә, билдәләр ҡуйырға һәм ебәрергә кәрәк.
Һорауламма һөҙөмтәһендә алынған яуаптар конфиденциаль буласаҡ, дөйөм форматта файҙаланыласаҡ. Был сара хеҙмәт баҙарында айырыуса ҙур ихтыяж кисерелгән һөнәрҙәрҙе асыҡлау өсөн үткәрелә.
Һорауҙарҙы [email protected] буйынса бирергә мөмкин (Савина Наталья Михайловна). Телефон: (495) 917-59-04, Баргоякова Ирина Игоревна. Кәңәштәр Мәскәү ваҡыты буйынса 10.00 – 18.00 сәғәттәрҙә бирелә.
Бындай сараларҙың ойошторолоуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: building.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан