Ул Пионер урамының мәсет менән яр буйы араһында урынлашасаҡ. Парк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жильё и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Төҙөкләндереү объекты өсөн Асҡын районының 2904 кешеһе тауыш бирә. Был кәрәкле һандың 103 процентын тәшкил итә. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында, ғаилә ялы паркы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы объекттары исемлегенә индерелә. Ул 2023 йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
“Хөрмәтле асҡындар! Битараф булмай, тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Бергәләп беҙ барыһын да булдырасаҡбыҙ. Артабан да һеҙҙең ярҙамға ышанам”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Асҡын районы хакимиәте бшлығы Динис Йосопов.
2023 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау 15 апрелдән 30 майға тиклем дауам итте. Пионер урамында биләмәне төҙөкләндереү юлдарға асфальт түшәүҙе, тротуарҙар эшләүҙе, яҡтыртҡыстарҙы яңыртыуҙы, эскәмйәләр, урналар ҡуйыуҙы, биләмәне йәшелләндереүҙе күҙ уңында тота.
Әйткәндәй, былтыр район халҡының тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтеүе арҡаһында, ағымдағы йылда стадион эргәһендәге майҙан төҙөкләндерелә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан