Һанлы белем биреү мөхитен булдырыу маҡсатында “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") сиктәрендә Ҡариҙел районының 1-се һәм 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәптәре заманса һанлы ҡорамалдар алды. Мәктәптәргә күп функциялы ҡулайламалар ҡуйылды.
“Һанлы белем биреү мөхите” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәктәптәргә ҡайтарылған яңы ҡорамалдар уҡыусыларға, педагогтарға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ ата-әсәләргә һанлы белем биреү инфраструктураһын ҡулланыуҙы тәьмин итә. Уҡыу процесында ҡатнашыусылар төрлө мәғариф сайттарына һәм порталдарға инеү мөмкинлеген аласаҡ, уның ярҙамында төрлө фәндәр буйынса белемде яҡшыртып буласаҡ. Ауырыу йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында мәктәпкә йөрөй алмаған балаларға уҡыу материалын дистанцияла үҙләштереү мөмкинлеге лә барлыҡҡа килә. Шулай уҡ документация менән электрон саралар ҡаралған - көндәлек, класс журналдары, дәрестәр теҙмәһе һәм башҡа файлдар онлайн тултырыласаҡ.
- “Һанлы белем биреү мөхите” үҙенә мәғлүмәт белем биреү ресурстарын, технологик сараларҙы индерә – компьютерҙар, смартфондар, планшеттар, башҡа мәғлүмәт-коммуникация ҡорамалдарын, педагогик технологиялар системаһын, шул иҫәптән дистанцияла уҡыу өсөн, - тип аңлатты был һорау өсөн яуаплы мәғлүмәт-методика үҙәге методисы.
Шуны билдәләү мөһим, һанлы белем биреү мөхите – Бөтә Рәсәй мәғлүмәт системаһы. Ул заманса технологияларҙан һөҙөмтәле файҙаланыу иҫәбенә илдә электрон белем биреү мөхитен булдырыу һәм мәктәп мәғарифы системаһын ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Платформа белем биреү процесының бөтә ҡатнашыусыларын берләштерә – уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм мәктәп хакимиәтен.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы башҡарыла. Шулай уҡ ул “Фән” милли проектын (национальный проет “Наука”) тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: Башинформ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан