Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Июнь 2022, 09:30

Власть органдары вәкилдәре һаҡсыл етештереү оҫталығына өйрәнде

Уҡыуҙа ҡатнашыусылар белдереүенсә, алған белемдәрен улар эштә лә, тормошта ла ҡуллана аласаҡ.

Власть органдары вәкилдәре һаҡсыл етештереү оҫталығына өйрәнде
Власть органдары вәкилдәре һаҡсыл етештереү оҫталығына өйрәнде

Башҡортостандың туғыҙ министрлығы вәкилдәренән торған төбәк командаһы хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү алымдарына өйрәнде. Тренингты хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Федераль компетенциялар үҙәге тренерҙары уҙғарҙы. 

“Һаҡсыл етештереү алымдарын “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар ғына түгел, һаҡсыл технологияларҙың асылын аңлау маҡсатында, проектты етәкләгән башҡарма влась органдары ла өйрәнергә тейеш. Тренинг процесында ҡатнашыусылар планлаштырыу һәм администрациялау процестарын камиллаштырырға, персонал һәм ресурстар менән идара итергә, эште грамоталы ойошторорға өйрәнәләр”, - ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты  (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәрен һаҡсыл етештереү алымдарына уҡытыу буйынса махсус программа эшләнгән.

Ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереүҙең картировкалау, 5С система, үҙгәрештәр менән идара итеү, проблемаларҙы хәл итеү методикаһы кеүек алымдарын өйрәнәләр. Айырым рәүештә улар өсөн офис фабрикаһы процестары кейсы презентациялана.

Уҡыуҙа ҡатнашыусылар белдереүенсә, алған белемдәрен улар эштә лә, тормошта ла ҡуллана аласаҡ.

“Һаҡсыл етештереү – проблемаларҙы асыҡларға һәм хәл итергә, маҡсаттарға ирешергә мөмкинлек биргән аныҡ алгоритмдар. Уҡытыу процесы бар аудиторияны үҙенә йәлеп итте, бер бөтөн коллективҡа әйләндерҙе. Тормоштан алынған миҫалдарға ҡоролған теория, кейстарға нигеҙләнгән практика – дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк. Уйландыҡ, төшөндөк, үҙ фекеребеҙҙе белдерҙек, тәжрибәләр менән уртаҡлаштыҡ. Алған белемде һәм тәжрибәне беренсе көндән үк ҡуллана башланым”, - тип һөйләй треннингта ҡатнашыусыларҙың береһе.

Өс көнлөк уҡыу БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы майҙанында ойошторола.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

Фото: crocotime.com

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: