Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Төньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекттарын (национальные проекты “Демография” и “Производительность труда и поддержка занятости”) тормошҡа ашырыу маҡсатында эш урындары һәм вазифалар вакансияһы йәрминкәһен үткәрҙе. Унда эш эҙләгән граждандар, балалы ғаиләләр саҡырылды.
“Эш эҙләүселәргә 130-ҙан ашыу вакант урын һәм вазифа тәҡдим ителде. Улар иҫәбендә: кредит белгесе, администратор, консультант, бухгалтер, юрист, шәфҡәт туташы, һатыусы-консультант, водитель, йөк ташыусы, йыйыштырыусы, диспетчер, официант, ашнаҡсы, эшсе һәм башҡалар”, – ти Асҡын районындағы Төньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре.
Сарала төрлө милек формаһындағы һәм иҡтисади эшмәкәрлек йүнәлешендәге ете эш биреүсе вәкиле ҡатнашты. Йәрминкәгә эш эҙләп 20 кеше килгәйне. Улар өсөн мәғлүмәт стендтары әҙерләнде һәм мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре тәҡдим ителде, һөнәри йүнәлеш һәм мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрелде, психолог кәңәштәре бирелде.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/460953/
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)