Башҡортостанда шәхси балалар баҡсаларында 400 өҫтәмә урын булдырыласаҡ.
2022 йылда республикаға «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында өҫтәмә финанслау - 48,4 миллион һум бүленә. Бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Был аҡса шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыуға, уларҙы уҡыу һәм тәрбиә ҡорамалдары менән йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ шәхси балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм етәкселәре квалификация күтәреү курстарын үтә аласаҡ.
2020 йылдан Башҡортостанда «Демография» милли проекты буйынса 1,5-3 йәшлек балалар өсөн шәхси балалар баҡсаларында 650-нән ашыу урын булдырылған. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының 18 балалар баҡсаһы грант алыуға өлгәшкән.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда республикала 500 урынлыҡ өс муниципаль балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Улар Өфөләге Кузнецов Затоны биҫтәһендә, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында һәм Салауат районының Янғантау ауылында сафҡа инәсәк.
Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Демография" милли проекты (национальный проект "Демография") ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан