Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Июнь 2022, 09:30

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы

Уҡыуҙар федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә ойошторолдо

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Ижад кешеләре” төбәк проектына ярашлы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар даими ойошторола. Белемде камиллаштырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса тыңлаусыларҙы уҡытыу Рәсәй төбәгенән килгән ғариза нигеҙендә, ошо субъектҡа бирелгән квота сиктәрендә федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Күптән түгел Красноярск ҡалаһында Дмитрий Хворостовский исемендәге Себер дәүләт сәнғәт институтында Салауат ҡалаһының Балалар музыка мәктәбенән Наталья Трюханова һәм Рәлиә Бүләкҡолова белемен камиллаштырҙы. Квалификацияны күтәреү курстары 36 сәғәткә иҫәпләнде һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ижади һәм идара итеү кадрҙарын уҡытыуға йүнәлтелде.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/272146

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: