Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Июнь 2022, 08:30

Яңы ҡорамалда анестезиологтар эшләйәсәк

"Күп функциялы ҡорамал донъя стандарттарына тулыһынса яуап бирә", – ти дауахананың баш табибы Айрат Хажиев.

Яңы ҡорамалда анестезиологтар эшләйәсәк
Яңы ҡорамалда анестезиологтар эшләйәсәк

Бүздәк үҙәк район дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы күп функциялы МАИА-01  ингаляция аппараты алды. Был ҡорамал өлкәндәр һәм бер йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн  анестезиология, реанимация, интенсив терапия бүлексәләрендә ҡулланыла.

Ҡорамал төрлө ҡатмарлыҡтағы хирургия операциялары  барышында  ингаляция анестезияһы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Бер үк ваҡытта үпкәне яһалма елләтеүҙе һәм организмдың мөһим функцияларына мониторинг яһауҙы тәьмин итә.  Яңы аппаратта “Анестезиология һәм  реаниматология” белгеслеге буйынса сертификаттары булған табиптар эшләйәсәк.

– Аппарат вирус инфекцияһы менән зарарланған пациентты дауалаған табиптың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, сөнки ул һулыш алған һауаны фильтр аша үткәрә. Күп функциялы ҡорамал донъя стандарттарына тулыһынса яуап бирә, – ти дауахананың баш табибы Айрат Хажиев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: