Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июнь 2022, 09:30

Борайҙа автомобиль йыуыу урыны асылды

Бында автомобилде йыуыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған...

Борайҙа автомобиль йыуыу урыны асылды
Борайҙа автомобиль йыуыу урыны асылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (нацпроект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) сиктәрендә, эшҡыуарҙарға консультация ярҙамы күрһәтелә.

Борайҙа Армия Генералы Лобов урамындағы 6-сы йортта тәүлек әйләнәһенә үҙеңә автомобилеңде йыуыу мөмкинселеге булдырылды. Перспективалы бизнес-проектты Әғләмовтар ғаиләһе тормошҡа ашырҙы. Эште дөрөҫ ойошторғанда, бизнес сығымдарҙы ҡаплап, тотороҡло килем килтерәсәк, тип күҙаллайҙар эшҡыуарҙар. Альмир Әғләмов буш торған бинаны ҡуртымға алып, автоматик ҡорамал урынлаштыра. Бында үҙеңә автомобилде йыуыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: көслө баҫымлы һыу, автомобилдәге бысраҡты сығарыу өсөн күперек бар. Әлегә түләү ҡулаҡса менән башҡарыла, тиҙҙән карта аша түләү юлға һалынасаҡ. Машина йыуыу урынына тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү урынлаштырылған, хәрәкәт датчиктары аша яҡтыртҡыстар яна.

“Бик уңайлы, киләһең дә автомобилеңде үҙең йыуаһың. Сиратта ла торорға кәрәкмәй”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште машинаһын йыуырға килгән Радик Әсләмов.

Фото: strategy24.ru

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: